04:57 (UTC+5), 09 Марта 2017

Республика театрҙары Екатеринбургта «Коляда-Plays» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан театрҙары Екатеринбургта «Коляда-Plays» Халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә ҡатнашасаҡ. Ошо хаҡта «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хәбәр итә. Сара 20-30 июндә ҡаланың театр майҙансыҡтарында уҙа.
Халыҡ-ара театр форумына һайлап алынған 32 спектакль араһында — «Троя хаҡында йыр. Бында һәм хәҙер» спектакле (Әнгизә Ишбулдинаның пьесаһы буйынса) — Башҡортостан Заманса режиссура һәм драматургия үҙәгенең проекты, «Күрше бүлмәләге Голливуд» спектакле (Екатерина Гузема) — «De Bufo» театры проекты. Туймазы ҡалаһының Татар дәүләт драма театры «Колбаса. Өҙөктәр» (Валерий Шергин) спектаклен тәҡдим итәсәк.
Фестиваль Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Коляда-Театр»ҙың художество етәксеһе, фестиваль авторы Николай Коляда етәкселегендә Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Свердловск төбәк бүлексәһе ярҙамында ойошторола. Төп программала – спектаклдәрҙе ҡарау һәм махсус ойошторолған театр тәнҡитселәре коллегияһының асыҡ фекер алышыуы. Фестивалдә хәҙерге заман драматургтарының (йәш Урал драматургтары, «Евразия» конкурсы һәм Николай Коляда лауреаттары) пьесалары буйынса ҡуйылған һәм һуңғы өс театр миҙгелендә премьералары уҙған спектаклдәр ҡатнаша.
Фестивалдә тәүгә Румыния, Македония, Сербия һәм Венгрия театр коллективтары буласаҡ. Шулай уҡ Ижевск, Әлмәт, Архангельск, Астана, Ульяновск, Вологда, Воронеж, Мәскәү, Калининград, Силәбе, Екатеринбург, Нижневартовск, Әстрхан, Тольятти, Томск, Пермь, Чебоксар вәкилдәре киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика