08:40 (UTC+5), 09 Марта 2017

Композитор Рим Хәсәнов шағир Назар Нәжмиҙең ижадына арналған күләмле презентация әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә (1918-1999). Был хаҡта «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе — бөгөн үҙенең 70 йәшен билдәләгән танылған композитор Рим Хәсәнов хәбәр итте.
«Проект «100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Назар Нәжмиҙең хәтерен мәңгеләштереү» тип атала. Унда ике DVD-дискта шағирҙың 100-ҙән кәм булмаған әҫәрҙәрен — шиғырҙарын, поэмаларын, драмаларын, Башҡортостан, Татарстан, Финляндия артистары башҡарыуында йырҙарын туплайбыҙ», — тип һөйләне Рим Мәхмүт улы.
Проектҡа минең Назар Нәжми менән берлектә ижад ителгән «Өфө йүкәләре» һәм «Ҡышҡы романс» йырҙары ла индерелә, тип аңлатма бирҙе маэстро.
Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һум күләмендәге грантына эйә булды. Презентация 2018 йылдың яҙында тамашасыларға тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика