09:08 (UTC+5), 07 Март 2017

Өфөлә икенсе тапҡыр автор йырын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн «Күңел ҡылдары» премияһы тапшырыла

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 18 мартта Өфөлә автор йырын үҫтереүгә айырыуса өлөш индергән өсөн «Күңел ҡылдары» республика премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Сәхнәгә республикала һәм илебеҙҙә билдәле бард йырсылары, Өфө тамашасыһының һөйөүен яулаған авторҙар һәм башҡарыусылар сыға, тип хәбәр итте ойоштороусылар – «Аҡ ҡарға» автор йыры клубы ағзалары.
Сара Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 адресы буйынса Йәштәр һарайында (элекке «Юбилей» мәҙәниәт һарайында) киске сәғәт 7-лә башлана.
«Күңел ҡылдары» премияһы тәү тапҡыр былтыр 19 мартта Йәштәр һарайында Наил Мәхмүтов китабының исем туйы барышында уҙҙы.
Ул саҡта «Башҡортостанда автор йырын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» номинацияһында биш кеше еңеүсе булды. Бына улар – «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчук, Өфөнөң билдәле бард йырсылары Николай Грахов, Лев Малых, тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Круль һәм «Аҡ ҡарға» клубы президенты, Башҡортостандың Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты директоры Элшад Теләшев.
«Беҙҙә башҡорт бард йырында «Оскар» юҡ. Бард өсөн иң символик ҡорал – ул гитара. Йыл һайын билдәле, уңышлы авторҙарға ошо премияны тапшырырға ҡарар иттек. Рәмил Бәҙәмшин уға «Күңел ҡылдары» тигән исем уйлап тапты. Тәүге премияны Юрий Шевчукка тапшырабыҙ – ул беҙҙең иң билдәле бард йырсыбыҙ, уның ярҙамында Өфөнө беләләр», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Наил Мәхмүтов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика