02:30 (UTC+5), 06 Марта 2017

Мәскәүҙә «Маска плюс» программаһы сиктәрендә «Джут» башҡорт спектакле күрһәтелде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Битлек Плюс» программаһы сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Джут» (режиссеры – Айрат Абушахманов) спектаклен күрһәттеләр. Актерҙар Всеволод Мейерхольд исемендәге үҙәктең сәхнәһендә уйнаны. Төп башҡорт театры труппаһы был программала тәүгә ҡатнашты.
Тамашала «Алтын битлек» фестиваленең генераль директоры Мария Ревякина, «Джут» пьесаһының авторы – Мәскәүҙә йәшәгән ҡаҙаҡ драматургы Олжас Жанайдаров булды.
«Зал халыҡ менән тулы ине. Спектакль бер тынала үтте. Тамашасылар хатта тын алырға ҡурҡҡан һымаҡ тойолдо, ә һуңынан актерҙарҙы сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәне», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына актер, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Хөрмәтулла Үтәшев.
Спектаклдән һуң билдәле театр сәнғәте белгестәре һәм тамашасылар менән сәхнә ҡуйылышы тикшерелде. Унда Андрей Пронин, Анна Степанова, Борис Манжиев һәм башҡа театр тәнҡитселәре ҡатнашты. Төп ролдә уйнаусы актриса Римма Ҡаһарманованың эше бик нәфис тип билдәләнде.
«Фекер алышыу бәхәс форматында уҙҙы. Спектакль хаҡында ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә әйтелде, тамашасылар үҙ-ара бәхәсләшә башлаған осраҡтар ҙа булды. Әңгәмә сәғәттән ашыу барҙы һәм бик йәнле килеп сыҡты. Беҙгә, актерҙарға, бындай осрашыуҙар бик кәрәк – беҙ илһамланып киттек, яңы идеяларға байыныҡ», — тип билдәләне әңгәмәсе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика