08:59 (UTC+5), 06 Марта 2017

Өфөлә йәш нуриевсылар «Ҡар королеваһы» балалар балетын ҡуя

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә йәш нуриевсылар «Ҡар королеваһы» балалар балетын ҡуя. Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тормошҡа ашырасаҡ проект Башҡортостан Башлығының 1,8 миллион һум күләмендәге грантын отто. Премьера Башҡорт дәүләт опера һәм балет сәхнәһендә 2017 йылдың ноябренә билдәләнгән.
«Әкиәт бик сағыу булмаҡсы, был — Григ музыкаһына ике акттан торған спектакль. Етмешкә яҡын уҡыусы, шул иҫәптән әҙерлек бүлеге тәрбиәләнеүселәре йәлеп ителә», — тип һөйләне колледж директоры Олия Вилданова.
Спектаклдең ҡуйыусы-балетмейстеры булып Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Н.Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы профессоры, балет режиссураһы кафедраһы мөдире Александр Полубенцев сығыш яһай. Ул балалар өсөн спектакль ҡуйыу йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә. Хореограф 16 мартта уҡыу йортоноң отчет концерты өҫтөндә эшләү өсөн Өфөгә килә. Шулай уҡ ошо көндәрҙә уның менән балет ҡуйыу мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.
Декорациялар рәссам Фәниә Низамова етәкселегендә Башҡорт опера һәм балет театры цехтарында әҙерләнә. Костюмдарҙы иһә колледждың тегеү цехы оҫталары тегә. Яңы проекттың репетициялары август айында башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика