06:03 (UTC+5), 06 Марта 2017

Өфөлә филармонияның «Иң яҡшы көнө»нә ике меңдән ашыу кеше йыйылды

филармонияның матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының «Иң яҡшы көнө»нә ике меңдән ашыу кеше йыйылды. Ойошманың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, акция барышында бөтә 10 концерт та план буйынса үтте, нон-стоп марафон филармония алдындағы майҙанда байрам салюты менән тамамланды.
Бөтә зауыҡҡа ла тура килгән концерт: классик, джаз, этник, арт-микс, видеопроекция һәм sand-art техникаһы (ҡом анимацияһы) менән иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 9-ға тиклем дауам итте. 100 һумлыҡ билеттар шунда уҡ һатылып бөттө. Программа өлкәндәр һәм балалар өсөн дә әҙерләнгәйне.
Филармонияның эксклюзив проекттары, шул иҫәптән «Шәүләләр музыкаһы» («МеЖдуТанцем» оҫтаханаһы менән берлектә), «Музыканы бергәләп тыңлайбыҙ», «Әҙәби шәмбе», «Сәнғәт менән диалог» (Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы менән берлектә), «Ҡом фантазияһы» ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ҙур залда тамашасылар П.И. Чайковский исемендәге концерт залынан Мәскәү филармонияһы Академик симфоник оркестры (дирижеры — Юрий Симонов) сығышының онлайн-трансляцияһын ҡараны. Көндөң программаһы «Карауан» эстрада төркөмө концерты һәм органда уйнаусы Эльвира Хәйретдинованың «Бөтә ғаилә өсөн концерт»ы менән тамамланды.
Бындай акцияларҙы киләсәктә лә уҙғарыу күҙаллана.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика