02:33 (UTC+5), 02 Март 2017

Республика Башлығының миллионлы гранттарын алыусылар иғлан ителде

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан Башлығының миллионлы гранттарын алыусыларҙың исемлеге иғлан ителде. Улар – республиканың алдынғы 16 ижади коллективы. Тейешле бойороҡ Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Рус дуэты – опера һәм балет» проекты, башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса «Ватан» телекомпанияһы төшөрәсәк «Урал батыр» нәфис фильмы 13,5 миллион һумлыҡ гранттарға лайыҡ булды.
Башҡортостан Милли симфоник оркестры ойошторасаҡ «Классик музыка байрамы»; «Театр яҙы» һәм «Туғанлык» фестивалдәрен уҙғарыуҙы үҙ өҫтөнә алған М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Театрлы Өфө»; CIOFF илдәре коллективтары ҡатнашлығында «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале һәм башҡорт милли халыҡ музыка ҡоралдарын тергеҙеү, Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының составын киңәйтеү; Башҡортостан район-ҡалаларында фольклор байрамдарын уҙғарыу проекттары һәм «АРТ-ӨФӨ–2017» художество форумы 9-шар миллион һум ала.
«Көмөш Аҡбуҙат» IV халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален һәм Нариман Сабитов исемендәге Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсын уҙғарыуға 4-шәр миллион һум йүнәлтелә.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең «Йөрәктә ысын мөхәббәт үҫентеһен тәрбиәләп үҫтергән ҙур ғилем эйәһе». Ғүмәр Хәйәм һәм Рәми Ғарипов – дәүерҙәр бәйләнеше. Ғүмәр Хәйәмдең ижади мираҫын башҡорт мәҙәниәтенең алтын фондында презентациялау»; Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының – аудиоҡушымта менән «100 башҡорт халыҡ йыры» антологияһын булдырыу; Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының балалар өсөн «Ҡар королеваһы» балет-әкиәтен сәхнәгә ҡуйыу проекттары 1,8-шәр миллион һумлыҡ гранттар менән билдәләнде.
900-шәр мең һумлыҡ грантты түбәндәге проекттар ала: М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының – һынлы сәнғәт һәм сәнғәтте өйрәнеү өлкәһендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһына дәғүә итеүгә «Йолалар һәм рухилыҡ» республика күргәҙмә-конкурсы; Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының – «Ҡышҡы романс» – композитор Рим Хәсәнов һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижады менән таныштырыу; Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзының – Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар фестивале; Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең – «Тарихи-мәҙәни мираҫты музейға ҡуйыу: теория һәм тәжрибә» халыҡ-ара симпозиумы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика