03:39 (UTC+5), 02 Марта 2017

Мәскәүҙә «Алтын битлек»тә башҡорт театрҙарының өс спектакле күрһәтелә

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 15 февралдән 18 апрелгә ҡәҙәр Мәскәүҙә 23-сө «Алтын битлек» бөтә театр сәнғәте төрҙәре буйынса иң яҡшы Рәсәй спектаклдәре фестивале уҙа. Унда былтырғы миҙгелдәге иң яҡшы спектаклдәр менән Башҡортостандың ике театры ҡатнаша. Фестиваль программаһында баш ҡала тамашасылары, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһында ҡатнашыусылар һәм жюри ағзалары 3 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Джут» спектаклен ҡарай. Ул Всеволод Мейерхольд исемендәге Театр-мәҙәни үҙәгендә уҙа. Ә 13 һәм 15 апрелдә Башҡорт опера һәм балет театры артистары «Яңы опера» һәм «Геликон-опера» театрҙары сәхнәһендә ике спекталь ҡуя.
Олжас Жанайдаровтың «Джут» спектаклендә 1930 йылдарҙа аслыҡтан, малдарҙың үлеүенән һәм коллективлаштырыу арҡаһында ғазапланған ҡаҙаҡтарҙың тарихы, уларҙың яҡшы тормош эҙләүҙәре хаҡында бәйән ителә. Бер үк ваҡытта икенсе план – заманса Мәскәү күрһәтелә. Спектакль Европаның режиссерлыҡ традицияларында, сәхнәләрҙе һәм ысынбарлыҡты күсереү ысулы менән ҡуйылған. Пьеса фестивалдең конкурстан тыш «Битлек Плюс» программаһында күрһәтеләсәк.
13 апрелдә «Яңы опера» театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ Башҡорт опера һәм балет театрының «Геракл» спектакле «Операла иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы дирижер эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларында еңеүгә дәғүә итә. Ошо музыкаль драманың нигеҙендә – Софоклдың «Трахинянки» бөйөк трагедияһына яраҡлашыу. Георгий Исаакянандың спектаклендә боронғо грек театры тураһында тәү сиратта хор – драманың коллектив шаһиты хәтерләтә. Өфө театры Генделдең бөйөк эшен төп телдә башҡара.
15 апрелдә Мәскәүҙәге «Геликон опера» театры сәхнәһендә шул уҡ театр «Алтын битлек»кә «Операла иң яҡшы спектакль» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларында тәҡдим ителгән «Орлеан ҡыҙы» спектаклен сәхнәләштерә. Был – Жанна д’Арктың яҙмышы хаҡында «Алтын битлек» эксперт комиссияһына тәҡдим ителгән дүрт спектаклдең береһе һәм Рәсәйҙең иң абруйлы театр премияһы номинацияһына һайлап алыу турын үткән. Петр Чайковскийҙың либреттоһы нигеҙендә – Фридрих Шиллерҙың романтик трагедияһы. Операның төп мотивы – Жанна д’Арктың рухи үҫеше, героиняла илаһи миссия менән һуғарылған ҡатын-ҡыҙ һәм кешелек сифаттарының уяныуы. Уны режиссер Филипп Разенков сәхнәгә ҡуйған.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы илселегенең матбуғат үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала Башҡортостан яҡташтары вәкилдәре, шулай уҡ бар теләүселәр спектаклдәрҙе ҡарай ала. Билет Оло Дмитровка, 321 (ихата яғынан инеү) адресы буйынса һатыла. Билеттарға (495) 507-35-53 телефоны буйынса заказ бирергә мөмкин.
Тулыраҡ афиша премияның рәсми сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика