12:30 (UTC+5), 02 Марта 2017

Башҡортостанда Алдар батырға һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Алдар батырға — башҡорт тарханы, батыр, старшина, Бөрйән волосы мәғрифәтсеһе Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Был хаҡта Башҡорт ҡоролтайының Башҡарма комитетында хәбәр иттеләр.
2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының — 75 һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына арналған саралар планын әҙерләгәндә Баймаҡ районы йәмәғәтселеге милли геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһын тәҡдим итте. Һүҙ ҡала үҙәгендә монументаль һәйкәл ҡуйыу тураһында барҙы.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайында ла ошо уҡ мәсьәлә күтәрелде. Район хакимиәте халыҡтың башланғысын хупланы һәм эште ойоштороп та ебәрҙе. Ләкин уны тамамлау, атап әйткәндә, биләмәне төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә финанслау кәрәк. Реквизиттар Башҡорт ҡоролтайының рәсми сайтында күрһәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика