03:38 (UTC+5), 01 Марта 2017

Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында «Неопетербург» күргәҙмәһе асыла

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Неопетербург» күргәҙмәһе асыла. Леонид Цхэҙың күргәҙмәһе 1 мартта «Петербург миҙгелдәре» проекты сиктәрендә асыла.
Леонид Цхэ – Санкт-Петербург Художество академияһын тамамлаусы һәм унда уҡытыусы. Күргәҙмәлә 2014-2016 йылдарҙа төшөргән 10 график эше тәҡдим ителә. Эштәре төрлө серияларға ҡарай: «Заседание Север 7», «Мангал» һәм Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә күрһәтелгән.
Өфөлә тәүгә күрһәтеләсәк график әҫәрҙәр ҡалалағы көндәлек тормоштағы образдар менән байытылған. Уларҙа ҙур, томанлы ҡалала, иҫәпһеҙ-һанһыҙ осрашыуҙар һәм хушлашыуҙар, магазиндар һәм баҙарҙар, малайҙар һәм һәм башҡа нәмәләр менән йәшәйеш һынландырылған. Был ҡала хаҡында тарих, арт-тәнҡит.
Ҡала халҡы музейҙа Санкт-Петербургтың сәнғәтте өйрәнеүсеһе Александр Боровский менән осраша аласаҡ. Леонид Цхэҙың күргәҙмәһен асҡандан һуң ул заманса сәнғәт тураһында лекция уҡыясаҡ.
Александр Боровский – Рәсәйҙең сәнғәтте өйрәнеүсеһе, Рус дәүләт музейының Өр-яңы ағымдар бүлеге кураторы, мөдире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Автоматлаштырылған мәғлүмәтләштереү системаһының Санкт-Петербург бүлеге ағзаһы.
Күргәҙмә Гоголь урамы, 27 адресы (Башҡорт дәүләт художество музейының яңы бинаһындағы конференциялар залында) буйынса уҙасаҡ. Белешмәләр 272-13-85 телефоны буйынса.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика