Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2017, 16:46

Өфөлә яҙ «Властың ҡатын-ҡыҙ йөҙө»нән башланды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә яҙ сағыу һәм ҡыҙыҡлы проекттан — «Властың ҡатын-ҡыҙы йөҙө» исемле фотокүргәҙмәнән башланды. Күргәҙмәлә 15 сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙың портреты урын алған. Улар араһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йомабикә Ильясова, Рузалия Хисмәтуллина, Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рима Үтәшева, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре директоры Зөһрә Исмәғилева, Өфө ҡала Советы депутаты, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, финанс министры Рида Собханҡолова, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина бар.
Күргәҙмә Йәштәр мәғариф фестивале барышында ВДНХ-ЭКСПО комплексында асылды. Асыу тантанаһына проекттың 10 героиняһы килде. Ҡатын-ҡыҙҙар фотоһүрәттәрҙе һайлап алыуҙа ҡатнашһа ла, үҙҙәренең әҙер портреттарын тәүге тапҡыр күрҙе.
Проектты ойоштороусы булып Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы сығыш яһаны. Ижади төркөм — Ләйсән Мортазина, фотограф Алексей Тулинов, визажист Эльвира Агеева — һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенсәлеген, нәфислеген, ҡабатланмаҫ гүзәллеген аса алған.
«Ойоштороусылар властың йөҙөн түгел, күңелен күрһәтергә тырышҡан. Властың йөҙө бик уҫал. Ә бында беҙҙең ниндәй ҡатын-ҡыҙ, хужабикә, әсә булыуыбыҙҙы сағылдырыу кәрәк ине. Фотоға төшкәндә балаларымды, ғаиләмде иҫемә төшөрҙөм. Фотосессия ваҡытында ышаныслы мөхиттең булыуы бик мөһим, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова. — Визажист ҡатын-ҡыҙҙар күҙ алдына ла килтермәгән макияж яһай, образ таба алды. Барыһы ла килеп сыҡҡандыр, моғайын, сөнки коллегаларыма ҡарайым һәм хатта ҡайһы берҙәрен танымайым».
«Күргәҙмәне әҙерләгәндә героиняларҙың донъяһына сумдым һәм уларҙың ни тиклем мәшғүл булыуҙарын аңланым. Уларҙың бәләкәй генә ҡатын-ҡыҙ шатлыҡтарына ла ваҡыттары юҡ. Күптәре ошондай проектта беренсе тапҡыр ҡатнашты. Уларҙың проектты ыңғай ҡабул итеүҙәренә, рәхәтләнеп күлдәк һайлауҙарына, хис-тойғолары өҫтөндә эшләүҙәренә бик шатмын. Был ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең ни тиклем сибәр икәнлектәрен белмәй!» — ти Ләйсән Мортазина.
Фотопроект йыл дауамында бара. Һуңынан «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» тигән ҡатын-ҡыҙ образдары галереяһын булдырыу ҡаралған.
Читайте нас: