05:40 (UTC+5), 01 Марта 2017

Башҡортостандан йәш пианистка Владимир Спиваковтың хәйриә фондының исемле гранты лауреаты булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандан йәш пианистка Елена Колесникова Владимир Спиваковтың хәйриә фондының исемле гранты лауреаты булды. Елена — Урта махсус музыка колледжының унынсы класс уҡыусыһы. Йәш пианистка республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Валямова класында уҡый. Халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты. Исемле грантҡа Еленаны Владимир Спиваковтың Башҡортостанда Йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды тәҡдим иткән.
Исемле гранттарҙы тапшырыу 1 мартта Мәскәүҙә Рус импрессионизмы музейында үтә, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Лауреаттар иҫәбендә — бөтә илдән дүрт йәш талант.
Маэстро фондты 1994 йылда йәш таланттарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторған. Фонд 20 йылдан ашыу талантлы балаларға, музыканттарға ғына түгел, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә. Фондтың ижади яҙмышлы тәрбиәләнеүселәре байтаҡ. Исемле гранттарҙы фонд программаларында иң әүҙем ҡатнашыусылар ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика