11:39 (UTC+5), 28 Февраль 2017

«Һылыуҡай-2017» конкурсы финалсылары араһында Өфө һәм Учалы сибәрҙәре күренде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Һылыуҡай-2017» конкурсы финалсылары араһында Өфөнән һәм Учалы районынан сибәрҙәр күренде. Бынан алдараҡ ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса «Башинформ» агентлығы конкурсанттар араһында Өфө вәкилдәренең булмауы хаҡында хәбәр иткәйне. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат секретары Әлфиә Йәһүҙина аңлатыуынса, һайлап алыу этабында ике ҡатнашыусы үҙҙәренең төбәген дөрөҫ күрһәтмәгән.
Быйыл «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек конкурсының һайлап алыу этабында 42 ҡыҙ ҡатнашты. Республиканың иң сибәр ҡыҙы исеменә дәғүә итеүселәрҙән 15-е һайлап алынды. Улар — Өфө, Ҡазан, Нефтекама, Сибай, Ырымбур өлкәһе, Күгәрсен, Әлшәй, Яңауыл, Учалы, Баймаҡ, Салауат, Белорет, Балтас, Ауырғазы райондарынан ҡатнашыусылар.
18 мартта үтәсәк финалға тиклем ҡыҙҙарҙы стилистар, визажистар менән дәрестәр, фотосессия һәм күлдәктәр кейеп ҡарау көтә. 5 мартта Мәскәүҙә лә ошоға оҡшаш бәйге уҙғарыла. Унда еңеүсе финалсыларҙың төп составына ҡушыла.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һәм ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәрен «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмдә ҡарарға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика