03:34 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Стәрлетамаҡ урамында өс метрлыҡ робот барлыҡҡа килде

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Стәрлетамаҡта Башҡорт дәүләт университеты филиалының төп корпусы янында өс метрлыҡ робот скульптураһы барлыҡҡа килде. Ул республиканың ҡала-райондарынан 100-ҙән ашыу команданы йыйған иң ҙур сара – «Робофест-Стәрлетамаҡ» төбәк фестивале алдынан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы бинаһы алдында ҡуйылған.
Скульптураны ҡалалағы билдәле рәссам Александр Замесин эшләгән. Авторҙың әйтеүенсә, робот steampunk стилендә башҡарылған. Төп махсус эффекттар – автомобиль фарҙарынан эшләнгән янып торған күҙҙәр һәм Стәрлетамаҡ филиалы белгестәре ҡуйған аудиоҡоролма. Композицияның бейеклеге – өс метр, ауырлығы – 300 килограмдан ашыу, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.
«Был эш — роботтарҙы йыйыу һәм программалау менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар өсөн күрһәтмә өлгөһө», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Алексей Ковальский.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика