02:48 (UTC+5), 28 Февраль 2017

Өфөлә ҡумыҙсыларҙы һәм өзләүселәрҙе йыялар

Андрей Старостин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ҡумыҙсыларҙы һәм өзләүселәрҙе Республика яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр семинарына йыялар. Сара 16-17 мартта уҙа.
Семинар уҡытыусылары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурс лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2009 йылда Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы еңеүсеһе Илһам Байбулдин; республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2011 йылда Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы еңеүсеһе Артур Ғайсаров; Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова.
Семинар 8-9 июндә «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале барышында уҙасаҡ Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсына әҙерлек сиктәрендә ойошторола. Конкурс Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үтәсәк. Семинарҙа ҡатнашыуға өзләүселәр, ҡумыҙҙа яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр саҡырыла. Республика халыҡ ижады үҙәге 13 мартҡа хәтлем gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына ғаризалар ҡабул итә. Телефон: 8-927-334-63-99.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика