02:07 (UTC+5), 28 Февраля 2017

«Башҡортостан» киностудияһының «Өс хат» фильмы Ҡазандағы фестивалдә жюриҙың махсус бүләге менән билдәләнде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» киностудияһының «Өс хат» фильмы Ҡазандағы фестивалдә «Үҙенсәлекле жанр ҡарары өсөн» жюриҙың махсус бүләге менән билдәләнде. Фильмдың режиссеры — Руслан Юлтаев, продюсеры — Азамат Хужахмәтов. «Өс хат» драмаһы 1941-1942 йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Унда Совет-Германия фронтында ҙур алыштар бара һәм донъя яҙмышы хәл ителә, тыныс, ҡалаларҙан алыҫта ятҡан башҡорт ауылында әле донъяға килмәгән кешенең ғүмере хәл ителә.
«Ватанды һаҡлаусылар» IV халыҡ-ара патриотик кино фестивале Татарстандың баш ҡалаһында тамамланды. Рәсәйҙәрҙән тыш, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Белоруссия, Украина, Иран, Сербия режиссерҙары һәм ижади коллективтары үҙҙәренең эшен тәҡдим итте. Конкурста 300-ҙән ашыу картина ҡатнашты.
Быйыл фестиваль совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 28 йыл тулыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Жюриҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Демидов (Мәскәү) етәкләне. Ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Татарстан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы булышлығында Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм «Изге йөрәктәр» махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандарының хәйриә фондтары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика