09:41 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Артур Туҡтағолов үҙенең юбилей концертына саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе һәм солисы Артур Туҡтағолов үҙенең алтын юбилейын билдәләй. 2 мартта йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһына концертҡа саҡыра.
Артур Туҡтағолов — йөҙҙән ашыу йырҙар авторы һәм башҡарыусы, улар араһында Рәми Ғариповтың шиғырына «Ай-һай, Салауат», Дилә Булгакова шиғырына «Атай йорто», Сафуан Әлибай шиғырына «Сал Урал» кеүек хиттар бар. Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә Артур Туҡтағоловтың шағирҙың «Туған тел» шиғырына ижад иткән яңы йыры менән таныштырыу булды. Бынан тыш, ул баянда, электрон музыка ҡоралдарында, думбырала оҫта уйнаусы булараҡ танылған. Үҙенең ижадында башҡорт фольклоры традицияларын оҫта файҙалана, ул уның башҡарыуында яңы, заманса һәм ҡыҙыҡлы яңғыраш ала.
Артур Туҡтағолов — популяр «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе һәм етәксеһе. 2000 йылда яңы «Далан» эстрада коллективын тупланы, ул шунда уҡ тамашасыларҙа популярлыҡ яуланы. Төркөм төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2001» халыҡ-ара конкурсында лауреат исемен алды һәм уңышлылығын раҫланы.
Музыкант шулай уҡ Көньяҡ Корея башҡарыусыһы һәм PSY йырҙары авторының танылған «Gangnam Style» синглының кавер-версияһы менән дан алды. Башҡорт телендәге кавер-версия «Далан Стайл» тип атала.
Юбилей концертында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Хәлит Фәтихов, Миңзифа Исҡужина, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Айгөл Һағынбаева, Лилиә Ишемйәрова, «Далан», «Карауанһарай», «Арғымаҡ» төркөмдәре һәм башҡа артистар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика