07:27 (UTC+5), 27 Февраль 2017

Владивосток башҡорттары милли мәҙәниәтте үҫтереүгә грант алды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Владивосток ҡалаһының «Дуҫлыҡ» башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы Приморье крайының баш ҡалаһы хакимиәтенән «Рәсәйҙең мәҙәни шишмәләре» акцияһын уҙғарыуға финанс ярҙам аласаҡ. Ошо хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында хәбәр иттеләр.
Йәмәғәт ойошмаһы халыҡтар берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу һәм үҫеп килгән быуынды башҡорт һәм татар йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу буйынса сараларға 150 мең һум күләмендә грант отто.
Берекмә рәйесе Таһир Ибашев һөйләүенсә, «Дуҫлыҡ» мәктәп уҡыусылары өсөн ике туғандаш халыҡтың мәҙәниәте барлыҡҡа килеү темаһы буйынса лекциялар менән сығыш яһаясаҡ. Йәштәр милли халыҡ ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, татар һыбыҙғыһы, тальян-гармун менән танышасаҡ. Лекцияларҙан тыш, үҙешмәкәр артистар «Ҡурай» башҡорт бейеүен һәм башҡорт-татар халыҡ йырҙарын башҡарасаҡ.
Әлегә грант аҡсаһына ике башҡорт милли костюмына заказ бирелгән. Шулай уҡ ойошмаға кәрәкле музыка ҡоралдарын һатып алыу күҙаллана. «Дуҫлыҡ» – Владивостокта уҙғарылған милли байрамдарҙа даими ҡатнашыусы һәм ойоштороусы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика