05:57 (UTC+5), 27 Февраля 2017

Төбәктә «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһы йомғаҡтары буйынса фотокүргәҙмә асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡариҙел районында XXVII «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» халыҡ-ара акцияһы йомғаҡтары буйынса «Ҡариҙел ере — дуҫтар күҙлегенән» тигән фотокүргәҙмә асылды. Италия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырым Республикаһы, Мәскәү, Башҡортостан фоторәссамдары төшөргән пейзаждар, матур, изге күңелле һәм эшһөйәр кешеләр, ҡәҙерләп һаҡланған йолалар һәм мәҙәниәт киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә, күргәҙмәләрҙә һәм альбомдарҙа бөтә донъяға таралды. Фотоһүрәттәрҙә тәбиғәттең матурлығын: урман-тауҙарҙы, күлдәрҙе һәм Павловка һыуһаҡлағысын, Ҡариҙел ҡыҙҙары һәм егеттәренең сибәрлеген һәм ҡыйыулығын сағылдырған «Йәшлек» бейеү ансамблен, сит кешеләрҙе туғандары кеүек ҡаршы алған ҡунаҡсыл халыҡты күрергә мөмкин. Күргәҙмә ҡыҙыҡһыныу һәм тыуған төйәк, яҡташтар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы.
Күргәҙмәне асыуҙа Ҡариҙел районы башлығы Илдар Ғарифуллин һәм ошо районда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы, летчик Владимир Алимов ҡатнашты.
«Ҡариҙел ере дуҫтарҙың күҙҙәре менән» күргәҙмәһе — «Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2017» акцияһының халыҡ-ара фоторәссамдар турында ҡатнашыусыларҙың бер көнлөк кенә тәьҫораттары, тип билдәләне райондың мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Руслан Булатов, күргәҙмәне асып. «Бөгөн Ҡариҙел районы үҙенең 85 йыллығын билдәләй, һәм ошо күргәҙмә — фоторәссамдарҙың ҡариҙелдәргә һәм байрам ҡунаҡтарына бүләге. Районыбыҙҙың фоторәссамдар менән дуҫлығы дауам итер, тип ышанабыҙ, һеҙ беҙҙә һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ», — тине район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, күргәҙмәне ойоштороусыларға — «Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт» акцияһының координаторы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовҡа һәм «Ағиҙел» республика фотоклубы хеҙмәткәре Рәмил Нафиҡовҡа рәхмәт хаттарын тапшырып.
Фотокүргәҙмәне ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Ҡариҙел районы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге, Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостандағы бүлексәһе һәм «Ағиҙел» республика фотоклубы.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика