03:59 (UTC+5), 27 Февраля 2017

Республика драматургының пьесаһы Чехов исемендәге Мәскәү Художество театры сәхнәһендә ҡуйылды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан драматургы Иван Андреевтың «Коля булырға ҡурҡам» пьесаһы А.П. Чехов исемендәге Мәскәү Художество театры сәхнәһендә ҡуйылды. «Евразия» халыҡ-ара заманса драматургия конкурсының «Ҙур сәхнә өсөн» номинацияһында тәүге премияны алған пьеса халыҡ тормошоноң эсенә алып инә – Башҡортостандан Екатеринбургка китеп барған поездың плацкарт вагоны.
Спектаклдең режиссеры — Марина Брусникина, рәссам — Николай Симонов, музыкаль биҙәлеш өҫтөндә Алёна Хованская эшләне. Ролдәрҙе башҡарҙылар: Данил Стеклов, Ольга Литвинова, Валерий Трошин, Янина Колесниченко, Павел Ващилин, Мария Карпова, Армен Арушанян һәм Алёна Хованская. Постановка Мәскәү Художество театрында «Уҡыу даирәһе» кисәһе сиктәрендә ҡуйылды.
«Сәхнәгә матрастар түшәйҙәр – ошондайҙар уҡ плацкарт вагондарҙа була. Аҡ диуарҙа тимер юлы төшөрөлгән. Текст менән пюпитрҙар аҫтында стакандар тора, — тип яҙҙы пьесаны уҡығандан һуң автор үҙе. — Актерҙарҙың уйнауы менән һоҡланыуымды тасуирлап биреүе ауыр. Артистар был пьесаны эскерһеҙ һәм яратып уҡыны, улар минең уйлап тапҡан геройҙарымды шул тиклем дөрөҫ итеп һынландырҙы!»
Иван Андреев – драматург, журналист, режиссер. Ишембайҙа тыуған, Башҡорт республика мәҙәниәт техникумын «театр режиссураһы» һөнәре буйынса тамамлаған. Әлеге ваҡытта Екатеринбургта йәшәй, журналист булып эшләгән. 15 февралдә уға 30 йәш тулды. «Атайым сумаҙанда йәшәй» пьесаһы «Евразия-2014» конкурсы исемлегенә инде; «Чихуахуа» пьесаһы «Евразия-2015» конкурсында өсөнсө урын яуланы, «Любимовка 2015» драматургия фестиваленең конкурс исемлегенә инде; «Кайнозой» пьесаһы «РОСКОН-2016», «Ремарка» конкурстары исемлегенә инде. «Чихуахуа» пьесаһы Мәскәүҙә 2015 йылдың сентябрендә уҡ Театр.doc сәхнәһендә — «Любимовка» йәш драматургтар фестивале сиктәрендә ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика