Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2017, 13:02

Өфөнән бер ҡыҙ ҙа «Һылыуҡай»ҙың финалына үтмәне

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры уҙҙы. Унда 42 конкурсант ҡатнашты. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән бер ҡыҙ ҙа финалға үтмәне. Иң сибәр 16 ҡыҙ араһында Мәскәү, Ҡазан, Магнитогорск, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Күгәрсен, Әлшәй, Яңауыл, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Белорет, Балтас һәм Ауырғазы райондарынан ҡатнашыусылар бар.
Бәйгеселәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Азат Йыһаншин етәкселегендәге жюри баһаланы.
Финалға сығыусыларҙы стилистар, визажистар менән дәрестәр, фотосессия һәм күлдәктәр кейеп ҡарау көтә. «Һылыуҡай-2017» конкурсының финалы 18 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Һомай» театр дефилеһы.
Читайте нас: