10:21 (UTC+5), 27 Февраль 2017

Баш ҡалала «Ҡош юлы» бард йыры фестивале «Төнгө ултырыш» уҙғарҙы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Төнгө ултырыш» концерты уҙҙы. Унда 16 башҡарыусы һәм төркөм – «Ҡош юлы» башҡорт бард йырҙары фестивале ҡатнашыусылары йыйылды.
Бөтә артистар –Тимур Ялалов, Револь Ғималов, Роберт Хәмиҙуллин, Лилиә Дауытова, үҙенең джаз-бренды менән Рузилә Йәмилева, «Бүреләр», «Дан» төркөмдәре һәм башҡалар – гитара һәм инструменталь ансамблдәр оҙатыуында йырланы. Һәүәҫкәрҙәрҙең сығыштары үҫенсәлекле, сифатлы булыуы менән айырылды һәм республикала билдәле «Дәрүиш», «Рух», «Аҡйондоз» төркөмдәренең йолаларын дауам итте.
Концертты «Милли матурлыҡ сығанаҡтары» халыҡ-ара проектында ҡатнашыусы Алина Ғәлиева үткәрҙе.
«Төнгө ултырыш» проекты «Ҡош юлы» фестивале сиктәрендә икенсе тапҡыр уҙғарылды. Йыл дауамында гитараға йырлаусы йәш автор-башҡарыусыларҙы берләштерәбеҙ. «Ҡош юлы» хәрәкәте туҡтамаһын, авторҙар яңы йырҙар ижад итһен ине», — тип һөйләне Ильяс Тулыбаев.
2016 йылда традицион фестиваль Ейәнсура районы Таҙлар ауылы янында, Һүрәм йылғаһы буйында уҙҙы. Байрам биш йыллыҡ юбилейын билдәләне һәм Виктор Цойға һәм «Кино» төркөмөнә бағышланды. 2017 йылда «Ҡош юлы» фестивален тәүгә яңы урында – Әбйәлил районында уҙғарыу күҙаллана, тип хәбәр итте проектты ойоштороусыларҙың береһе Тимур Йосопов.
Байрам Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика