03:11 (UTC+5), 22 Февраль 2017

Йәштәр театры Ватанды һаҡлаусылар көнөнә махсус программа әҙерләгән

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ватанды Һаҡлаусылар көнөнә арнап 22 һәм 23 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли Йәштәр театрында башҡорт һәм урыҫ труппалары «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндан асҡыстар» спектаклен ҡуя. Режиссер Мөсәлим Күлбаевтың постановкаһы Мостай Кәримдең төрлө йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре: проза, публицистика, хәтирәләре нигеҙендә эшләнгән.
«Байрам алды көнө, 22 февраль, тиккә һайланмаған. Артистар спектаклде көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡуя, уны мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡарай ала», — тип аңлатты театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова.
23 февралдә киске сәғәт 8-ҙә Камера сәхнәһендә традицион «Квартирник» уҙа. Был Йәштәр театрының «Шансон» радиостанцияһы менән уртаҡ проекты. Кисәнең темаһы – «Һалдаттың ялы...». Проектта ҡатнашыусылар әрме тормошона сумасаҡ: улар музыканттар һәм алып барыусылар менән бергә һәммәһенә таныш йырҙарҙы гитараға башҡарасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика