09:47 (UTC+5), 22 Февраль 2017

Өфөлә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы юбилей миҙгеленең ярымфинал уйыны уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 февралдә Өфөләге Конгресс-холда Башҡорт асыҡ КВН лигаһы юбилей миҙгеленең ярымфинал уйыны уҙа. «Башҡорт юморы һағында» тип аталған уйында «Бер минут» (Өфө), «Мыртый» (Ейәнсура районы), «Нөктә.ru» (Өфө), «Башstar» (Салауат районы), «Ритайым+» (Күгәрсен районы), «Әннәгиҙергеннәйем» (Санкт-Петербург) командалары ҡатнаша. Уйын йомғаҡтары буйынса бишенсе миҙгел финалсылары билдәләнә.
Ҡатнашыусылар «Ике көн ҡунаҡ, өсөнсө көн — муйнаҡ», «КиВиНда ла булдыҡ беҙ», «Күңелең киң булһа, шаяртыу табыла», бер йыр конкурсы, «Йырым булһын бүләгем» бәйгеләрендә көс һынаша.
«Биш йыл эсендә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйынына һигеҙ меңгә яҡын кеше килгән. Лига республика уҡыусылары араһында уйындар, лидер йүнәлешендәге тренингтар, КВН мәктәптәрен ойоштора. Республиканан ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән ҡалаларҙан: Мәскәүҙән, Силәбенән, Санкт-Петербургтан командаларҙың ҡатнашыуы йолаға әүерелгән. Ҡаҙағстандың «Жайдарман» лигаһы һәм Татар КВН лигаһы менән бәйләнештәр яйға һалынған. Берлектәге саралар үткәреү күҙаллана», — тип хәбәр итте «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» рәйесе Урал Кәримов.
Сараны ойоштороусы — Башҡортостандың «Башҡорт асыҡ Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика