05:56 (UTC+5), 22 Февраля 2017

Өфөлә «Алтын битлек» лауреаттары өлкәндәр өсөн ҡурсаҡ спектаклен сәхнәләштерә

Башҡорт ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Алтын битлек» лауреаттары өлкәндәр өсөн «Мең дә бер кисә» спектаклен сәхнәләштерә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ғәҙәти булмаған тамаша өҫтөндә эш башланды. «Театр сәхнәһендә өлкәндәр өсөн бындай спектаклдең премьераһы 20 йыл эсендә тәүгә ҡуйыла», — тип билдәләне баш режиссер ярҙамсыһы Диана Гәрәева.
Ошо спектакль өҫтөндә эшләү өсөн ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов талантлы ижади төркөмдө: режиссер, «Алтын битлек» премияһы лауреаты Петр Васильевты (Петрозаводск) һәм рәссам, «Алтын битлек» премияһы лауреаты Алевтина Торикты (Санкт-Петербург) саҡырған.
«Был ваҡиға минең тормошомда бик мөһим, сөнки мин үҙем Өфөнән, әммә күп йылдар инде Санкт-Петербургта йәшәйем һәм эшләйем, — тине Алевтина Торик. — Башҡорт ҡурсаҡ театры менән мине иң йылы мөнәсәбәттәр бәйләй: бында минең әсәйем эшләне, бала сағымда ағымдағы репертуарҙың бөтә спектаклдәрен ҡарап сыҡтым. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң ошо уҡ театрҙа «Татлы бәлеш» спектакле минең тәүге етди эшем булды. Йылдар үткәс йәнә ошонда ҡайтыуыма һәм Петр Васильевич менән өлкәндәр өсөн әкиәт ҡуйыуыма бик шатмын».
Премьера 11 мартта уҙа, билеттарҙы театр кассаһында әле үк һатып алырға мөмкин.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика