06:45 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Өфөлә композитор Салауат Низаметдиновтың тыуған көнөндә уның операһы күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә композитор Салауат Низаметдиновтың тыуған көнөндә уның «Ай тотолған төндә» операһы күрһәтелә — 3 мартта күренекле башҡорт композиторына 60 йәш тулыр ине.
Мостай Кәримдең билдәле трагедияһы буйынса операны бер йыл элек театрҙың музыкаль етәксеһе һәм баш дирижеры Артем Макаров тергеҙгән. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер — Рөстәм Ғәлиев. Тәңкәбикә ролендә — Светлана Арғынбаева, Дәрүиш — Раил Кучуков, Зөбәржәт — Аида Ғабдулхаҡова, Аҡйегет — Владимир Орфеев, Шәфәҡ — Гөлнур Нарынбаева, Диуана — Илгиз Хәкимов.
Республикала композиторҙың тыуыуына 60 йыл тулыуға ҡарата башҡа саралар ҙа ойошторола. Уның исемен йөрөткән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында музей асылыуы әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы.
Шунда уҡ 10-11 мартта Салауат Низаметдинов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсы уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика