03:34 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Өфө амфитеатрында open air уҙғарыу датаһы билдәле булды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге Конгресс-холл эргәһендәге амфитеатрҙа open air уҙғарыу датаһы билдәле булды. «Берҙәмлек-Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең асыҡ һауалағы гала-концерты «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә старт бирәсәк. Сара 12 июнгә, Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөнә күҙалланған.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, традицион «Берҙәмлек-Содружество» фестивале республиканың төньяҡ-көнсығышында – Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы һәм Салауат райондарында үтәсәк.
«Был фестиваль республикала 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек этабы булып тора. Шунлыҡтан район етәкселәрен проектҡа ярҙам итеүҙәрен һәм уны юғары кимәлдә уҙғарыуҙарын һорайым», — тине республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
«Евразия йөрәге» фестивале программаһы әлегә әҙерләнә генә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика