04:32 (UTC+5), 20 Февраля 2017

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Мәскәүҙә «Донъя халыҡтары берҙәмлеге» программаһы менән сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһаны. Мең ярымлыҡ залда коллективтың иң яҡшы бейеүҙәре ингән «Донъя халыҡтары берҙәмлеге» программаһы тәҡдим ителде. Артистар баш ҡала халҡына яңы ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, ҡытай, мари бейеүҙәрен бүләк итте. «Тархандар», «Ете ырыу» яңы башҡорт постановкаларының премьераһы уҙҙы. Бөтә бейеүҙәр ҙә тере аккомпанементҡа башҡарылды.
Артистар Ҡара диңгеҙ өҫтөндәге ТУ-154 авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алды. «Һалдат бейеүе» Александров исемендәге ансамбль артистары иҫтәлегенә арналды, улар менән ғәскәровсыларҙы тығыҙ ижади һәм дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
«Чайковский исемендәге концерт залы сәхнәһенә сығыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Сығышыбыҙҙы ҡарарға Мәскәүҙәге коллегаларыбыҙ: Игорь Моисеев исемендәге ансамбль, «Ҡайындар» артистары килде, — тип һөйләне ғәскәровсылар. — «Һалдат бейеүен» башҡарғанда залда һәләк булған артистарҙың ҡатындары ултырҙы, күңел торошонан ауыр булды. Музыканттар ҙа тамаҡта төйөн менән уйнаны. Концерт уртаһында бөтә зал аяҡ өҫтө тороп ҡул сапты».
Танылған коллектив өсөн Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһау яҡшы йолаға әүерелгән. Баш ҡала сәхнәһендә ижади отчет һәр ваҡыттағыса тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бөтә Рәсәй гастролдәре барышында концерттар шулай уҡ Татарстан Республикаһында – Ҡазанда һәм Аҙнаҡайҙа уҙҙы.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика