06:11 (UTC+5), 17 Февраля 2017

«Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәренә гастролдәргә юллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» проекты Рәсәй төбәктәренә гастролдәргә сыға. Быйыл тамаша Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Татарстанда күрһәтелә. Тур Мәскәүҙә концерт менән тамамлана. Был хаҡта Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның коллегияһында хәбәр итте.
Программаның төп геройы — художество етәксеһе Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ ҡоралдары оркестры. Фестиваль һигеҙ ҡалала: Ҡурғанда, Ырымбурҙа, Ижевскиҙа, Пермдә, Магнитогорскиҙа, Мейәстә ойошторолдо һәм 2016 йылдың декабрендә Мәскәүҙә ҙур концерт менән тамамланды.
«Былтыр тәүге тапҡыр ил төбәктәрендә яңы күләмле проект – «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» Бөтә Рәсәй фестивален уҙғарҙыҡ. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙе һайларға һәм ҡурайҙы башҡорт халҡының бренды булараҡ популярлаштырырға тырыштыҡ», — тине министр.
Проект сиктәрендә концерттар ойоштороуҙан тыш, төбәктәргә урындағы халыҡты ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү өсөн ҡурайсылар ебәрелде, һуңынан улар танылған сәхнә оҫталары менән бер сәхнәлә сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика