04:36 (UTC+5), 17 Февраля 2017

Төбәктә 2016 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 18 мең һумдан күберәк тәшкил итте

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2016 йылда Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 18733 һум тәшкил итте. Был 2015 йылға ҡарағанда биш процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендәге педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы байтаҡҡа юғары. Ул 25351 һум тәшкил итә, был алдағы йыл күрһәткестәренән 2,7 процентҡа күберәк. Ошондай һандарҙы коллегия ултырышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килтерҙе.
Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһе эшселәренең табыштары тигеҙһеҙ үҫешә. Музей хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8,6 процентҡа артһа (уларҙың уртаса эш хаҡы – 16939 һум), клуб учреждениеларында – 4,1 процентҡа (16803 һум), ә китапханасыларҙың 2,2 процентҡа (уртаса эш хаҡы күрһәткесе – 16149 һум) күтәрелгән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендәге Мәҙәниәт министрлығы ултырышында коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль эш буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге начальниктары, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, ижтимағи ойошма һәм ижади берекмәләре етәкселәре ҡатнашты, йәмғеһе 250-нән ашыу кеше булды. Пленар өлөшөндә тармаҡ өсөн көнүҙәк темаларға докладтар тыңланды. Кискеһен коллегия ултырышында ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» спектаклен ҡараны. Бөгөн коллегия эше секция ултырыштарында дауам итә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика