Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2017, 17:50

«Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты «Ил» телеканалында күрһәтелә

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Ил» («Страна») Дөйөм Рәсәй телеканалы «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проекты сиктәрендә төшөрөлгән телеочерктар күрһәтә. Проекттың төп маҡсаты — тыуған республиканың, Рәсәйҙең, шулай уҡ башҡа илдәрҙең уларҙың бай тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡлы туристик маршруттары һәм күркәм урындары менән таныштырыу.
«Федераль эфирҙа авторҙарҙың тәүге 11 сығарылышын, шулай уҡ киләсәктә төшөрөләсәк тапшырыуҙарҙы күрһәтеү ҡаралған», — тип хәбәр итте «Рәсәй Мәҙәниәт. Башҡортостан» телеканалы етәксеһе, проект авторы Айгөл Кантюкова. Уның һүҙҙәренсә, «Ил» каналы продюсерҙары «Мәҙәни миҙгел…» серияларының сифатлы төшөрөлөүен билдәләне», тапшырыуҙы төшөргән ваҡытта төрлө техник мөмкинлектәр, шул иҫәптән һауанан төшөрөү файҙаланыла.
«Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының бөтә сығарылыштарын программаның рәсми сайтында, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк филиалының порталында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: