03:13 (UTC+5), 17 Февраля 2017

Башҡортостандың һәләтле балалары Рәсәйҙең 16-сы йәштәр Дельфий уйындарында сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың һәләтле балалары Рәсәйҙең 16-сы йәштәр Дельфий уйындарында сығыш яһаясаҡ. Төбәк өсөн квотала 20 кеше тәшкил итә. Һайлап алыуҙа Урта махсус музыка мәктәбе, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы, Өфө сәнғәт училищеһы, Сибай сәнғәт колледжы, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһы, Өфө ҡалаһынан Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе, шулай уҡ Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ райондарының сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусыларҙың видеояҙмаларын махсус комиссия ҡараны.
Рәсәйҙең 16-сы йәштәр Дельфий уйындары 18-23 апрелдә Екатеринбургта уҙа. Уйындар Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты, Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто булышлығында Халыҡ-ара Дельфий комитеты ҡарауы аҫтында һәм Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы эгидаһы аҫтында уҙғарыла.
Дельфий уйындары йолаһы Боронғо Грецияла уҡ барлыҡҡа килгән. Тәүге заманса халыҡ-ара турнир 2000 йылда уҙҙы. Шунан алып йәштәр араһында сәнғәт буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһы донъя ижади беренселеге өсөн һайлап алыу сараһы булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика