06:03 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Өфөлә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыла. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры проектты тормошҡа ашырыуға республика Башлығы грантын алды. Мостафа Сафа улының әҫәрҙәрен яҙҙырыу идеяһын театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин тәҡдим иткән.
Китапты яҙҙырыу өҫтөндә эште театр ошо йылдың икенсе кварталында башларға ниәтләй. 2019 йылда халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә. Текстарҙы Йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев уҡый. Азат Йыһаншин фекеренсә, тап уның йомшаҡ тауышы Мостафа Сафа улы әҫәрҙәренең фекерен асып бирәсәк. Проект республикала һәм илдә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен һаҡларға һәм популярлаштырырға ярҙам итәсәк.
«Проектты бойомға ашырыу Рәсәй халҡына Башҡортостандың халыҡ шағирының ижады менән танышырға, республикабыҙ тураһында мәғлүмәтлелеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Өҫтәүенә проект республикала йәшәүселәргә, тәү сиратта уҡыусыларға һәм студенттарға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Аудиокитаптарҙы смартфонға, плеерға, флешкаға күсерергә, социаль селтәрҙәге сәхифәңдә һаҡларға мөмкин», – ти театрҙың йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Дарья Ольхова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика