11:04 (UTC+5), 16 Февраль 2017

Борис Гребенщиков Ҡунаҡһарайҙа өфөләр өсөн бушлай йырланы

Елена Колоколова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Борис Гребенщиков Ҡунаҡһарайҙа йырлап, өфөләр өсөн көтөлмәгән бүләк яһаны. Көндөҙгө сәғәт 12-лә бушлай live-концерт була тигән хәбәр социаль селтәрҙәрҙә йәшен тиҙлегендәй таралды. Борис Гребенщиков «Аквариум» төркөмө менән дүрт йыр башҡарҙы. Рус рок музыкаһы легендаһын тыңларға табыныусылар, журналистар, студенттар һәм үтеп барған кешеләр йыйылды.
Өфөләр артисҡа ҡушылып йырланы һәм сығыштан һуң автограф алырға йүгерҙе. Өлгөрмәгәндәр иһә бөгөн кис «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк концертҡа бара ала. Билет хаҡы 3800 һумға тиклем етә.
Борис Гребенщиков «йәмәғәт урындарында йырҙар» форматында йыш сығыш яһай. Бер нисә көн элек ул Вятка һәм Ижевск халҡын шатландырҙы. Өфөнән һуң уны Магнитогорскиҙа һәм Силәбелә көтәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика