Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2017, 08:30

«Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә ҙур концерт бирәсәк

«Аҡ тирмә» үҙәге
«Аҡ тирмә» үҙәге
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге яҡташтарын һәм мәскәүҙәрҙе ҙур отчет концертына саҡыра. Ул 25 февралдә Мәскәүҙә Шмитов проезды, 2, 1-се төҙөлөш адресы буйынса Пресненск идаралығы бинаһында уҙа. Программала – «Аҡ тирмә» фольклор коллективы һәм «Илһам» театр-студияһы, «Шоңҡар» бейеү студияһы кеүек башҡа үҙәк коллективтарының репертуарҙарынан иң яҡшы номерҙар, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтарҙың – популяр артистар, Мәскәүҙең башҡа мәҙәни үҙәк коллективтарының сығышы. Концерт киске сәғәт 4-тә башлана, инеү ирекле.
«Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә ике йыл элек башҡорт фольклорын, йоларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халҡыбыҙҙың йырҙарын һәм бейеүҙәрен мәскәүҙәр һәм баш ҡаланың ҡунаҡтары араһында популярлаштырыу, тыуған төйәгенән алыҫ йәшәгән яҡташтарҙы берләштереү маҡсаты менән ойошторолдо. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге осрашыуҙар өсөн коллективҡа бина бирҙе, быға тиклем Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә башҡорт милли мәҙәни үҙәге булмай. Коллектив ойошторолғандан ай ярым үткәс үк ул Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ артистары менән бер сәхнәлә «Мәскәү һабантуйында» сығыш яһаны.
Коллектив – «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры фестивале, Латвияның «Вентспил веногы» халыҡ-ара фольклор фестивале, «Мәскәү халыҡтары» фестивале дипломанты, «Хорҙар көрәше» бөтә Рәсәй конкурсы, «Ике телдә йырлайбыҙ» милләт-ара йыр конкурсы финалисы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙешмәкәр фольклор коллективынан Башҡорт милли мәҙәни үҙәге үҫте һәм Рәсәйҙең баш ҡалаһында эшләп килгән, мегаполиста төрлө халыҡтар мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға ярҙам иткән 50-нән ашыу мәҙәни үҙәктең береһе булды.
Был ваҡыт эсендә 10-дан ашыу мәҙәни үҙәк коллективы ойошторолоп, уңышлы эшләп килә. Үҙәк башланғысы менән «Башҡорттар яҡташлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында республика офицерҙары клубы ойошторолдо. Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов етәкселегендә Клуб 2016 йылдың октябренән алып уңышлы эшләй.
Бөгөн «Аҡ тирмә» үҙенең төп идеяһын – мегаполиста башҡорт милли йолаларын киң таратыу эшен бойомға ашырып ҡына ҡалмай, ә Башҡортостан вәкилдәренең батырлыҡтарын республиканан ситтә мәңгеләштереү буйынса эш алып бара, Мәскәүҙең, башҡа ҡалалар һәм илдәрҙең халыҡ ижади коллективтары һәм үҙәктәре менән хеҙмәттәшлекте яйға һала. «Үҙәк активистары яҡташтары менән бәйләнеште көйләү өсөн баш ҡалала күберәк саралар, кисәләр уҙғарырға, даими аралашыу һәм оло йәштәгеләргә, яңғыҙҙарға ярҙам итеү ойошторорға, балалар һәм йәштәр менән эш итергә ниәтләй», — тип һөйләне үҙәк етәксеһе Гөлсинә Батыршина. Үҙәк әлегә ҡатнашыусыларҙың энтузиазмында, үҙ аҡсалары иҫәбенә эшләй, уның финанслау сығанағы, музыкаль аппаратураһы, тейешле иҫәптә сәхнә костюмдары юҡ. Шуға күрә финанс ярҙам, даими йәки бер тапҡырға бағыусы, студия һәм репитиция залдары талап ителә.
Үҙәк коллективы яҡташтары, эшҡыуарҙар, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары яғынан төрлө ярҙамға шат буласаҡ. Коллективҡа ярҙам итергә теләүселәр өсөн үҙәк телефондары: 8-965-392-51-73, 8-985-696-29-62 һәм электрон почта [email protected] һәр саҡ бәйләнешкә әҙер, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәгендә.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: