Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2017, 11:53

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм туған тел көнө уҙғарыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең Үрге Өфәлей ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм туған тел көнө уҙғарыла. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, сара 21 февралдә Мәҙәниәт йортонда ойошторола.
Унда дәүләт власы органдары, ижади интеллигенция, йәмәғәт, йәштәр һәм дини ойошмалар вәкилдәре, Екатеринбургтан, Силәбенән, Башҡортостандың Балаҡатай, Мәсетле райондарынан абруйлы ҡунаҡтар һәм коллективтар саҡырылған. Байрамға Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллиндың килеүе көтөлә. Мәҙәниәт йорто фойеһында башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте, аш-һыу, шәжәрә күргәҙмәләрен ойоштороу, башҡорт йолаларын күрһәтеү ҡаралған. Балалар М.Аҡмулла, Р.Ғарипов, Ғ.Сәләм, Ҡ.Даяндың шиғырҙарын уҡыясаҡ.
«Ҡалабыҙ өсөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө — мөһим байрам, сөнки беҙҙең өлкә күп милләтле һәм телдәргә бай. Ошо хазина һаҡсыл ҡараш, иғтибар һәм хәстәрлек талап итә, шуға күрә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, интернационализм тәрбиәләү һәм уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Глобалләштереү ғәҙәти йәшәү рәүешебеҙҙе һәм традицион мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе боҙорға маташҡанда был айырыуса мөһим», — тине ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе Фәнүзә Зарипова.
Байрамды «Ләйсән», «Тамсылар», «Аҡтамыр», «Йәдкәр» билдәле башҡорт коллективтары ҡатнашлығындағы концерт программаһы дауам итә. Башҡорт мәҙәниәте көнө почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырыу менән тамамлана. Сараны ойоштороусылар — Үрге Өфәлейҙәге башҡорт ҡоролтайы.
Халыҡ-ара туған телдәр көнө ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан 1999 йылдың 17 ноябрендә иғлан ителә һәм 2000 йылдан билдәләнә. 21 февраль датаһы тел йәһәтенән төрлөлөктө һәм халыҡтарҙың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға арналған.
Читайте нас: