02:05 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Санкт-Петербург режиссеры Өфөлә «Өс ҡыҙ» спектаклен сәхнәләштерә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Антон Чеховтың «Өс ҡыҙ» пьесаһы буйынса спектакль ҡуя. Бының өсөн Санкт-Петербургтан Өфөгә билдәле театр режиссеры Ирина Зубжицкая килгән. 8 февралдә театрҙың урыҫ труппаһы репетицияларға тотондо.
Ирина Зубжицкаяның Өфөләге режиссерлыҡ эше тәүгеләрҙән түгел. 2012 йылда Йәштәр театры сәхнәһендә ул Александр Островскийҙың «Йәшен» пьесаһы буйынса драма ҡуйҙы. Спектакль өфөләрҙең һөйөүен яулап алды һәм әле лә бик популяр.
«Өс ҡыҙ» спектакле Йәштәр театрының репертуарына килешеп торасаҡ. Был — бер ғаилә миҫалында тормоштоң бөтә драмаһын асып һалған көнүҙәк классика. Ирина Васильевна сәхнәгә ҡуйыу өсөн тап ошо пьесаны һайлауына бик шатбыҙ», — тип һөйләне Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев.
Спектаклгә театрҙың яҡынса ярты урыҫ труппаһы йәлеп ителгән: Андрей Ганичев, Карина Ярмеева, Лада Николаева, Светлана Бронникова, Юлиә Абрарова, Азат Маликов, Салауат Нурисламов, Евгений Лопатин, Линар Әхмәтвәлиев, Дмитрий һәм Элина Гусевтар, Марат Ҡорбанғәлиев, Марина Апраксина. Шулай уҡ спектаклдә башҡорт труппаһы артистары Вадим Ҡылысов менән Рәмзил Сәлмәнов ҡатнаша. Сәхнә биҙәлеше өҫтөндә эшләү өсөн рәссам-ҡуйыусы Екатерина Андреева (Киров), композитор – Василий Тонковидов (Һамар), хореограф Александр Родионов саҡырылған.
Спектаклдең премьераһы 8 һәм 9 апрелгә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика