11:45 (UTC+5), 15 Февраль 2017

Баш ҡалала Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында еңеүселәргә премиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева алып барҙы.
Беренсе урынды яҙыусы Таңсулпан Ғарипова яуланы. Ул бәйгегә ике әҫәр тәҡдим иткән. Уның «Һабаҡ» хикәйәһе «Ағиҙел» журналында донъя күрәсәк. Икенсе урынды «Барабансы» хикәйәһе өсөн яҙыусы Сабир Шәрипов алды. Өсөнсө урынға «Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем» хикәйәһе өсөн Бөрйән районынан уҡытыусы Миңнур Ҡасимова лайыҡ булды. Авторҙарға Евразия Яҙыусылар союзы премиялары тапшырылды.
«Был конкурс башҡорт әҙәбиәтендә хикәйә жанрының ҡеүәтен асты. Авторҙың ысын оҫтамы, юҡмы икәнлеге тап хикәйәлә күренә лә инде, — тип иҫәпләй Таңсулпан Ғарипова. — Сөнки бында уй-фекереңде әйтеп бирә, геройҙың тормошон сағылдыра, нескәлектәрҙе күрһәтә белеү мөһим. Яҡшы хикәйә — публицистика түгел, философия ул. Ҙур төрки донъяһына сығыу — беҙҙең өсөн бәхет».
Яҙыусылар Тамара Искәндәриә «Тауискүҙ күбәләк», Әхмәт Үтәбай — «Турайғыр һабағы», Мөнир Ҡунафин «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәләре өсөн махсус приздар менән бүләкләнде.
«Мәхмүт Ҡашғари — мең йыл элек йәшәгән күренекле төрөк филологы. Ул төркиәт буйынса бик күп әһәмиәтле хеҙмәттәр, төрки телдәре һүҙлеге авторы. Конкурс башҡорт әҙәбиәтенең халыҡ-ара киңлектә үҫешеүенә булышлыҡ итә», — тип билдәләне жюри ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов.
Бәйгегә 28 авторҙан 29 эш ҡабул ителгән. Хикәйәләр «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Ағиҙел» журналдары биттәрендә донъя күрәсәк.
Конкурсты ойоштороусылар — Евразия Яҙыусылар лигаһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика