06:22 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Республикала Мифтахетдин Аҡмулла музейы буйлап виртуаль тур әҙерләнә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Мифтахетдин Аҡмулла музейы буйлап виртуаль тур әҙерләнә. Шағир-мәғрифәтсе тормошона һәм әҙәби мираҫына арналған музей Миәкә районының Туҡһанбай ауылында урынлашҡан.
«Интернет менән ҡулланған һәр кем теләгән ваҡытта Ер шарының теләһә нөктәһенән, өйөнән сыҡмай ғына Мифтахетдин Аҡмулла музейы – Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейының филиалы экспозицияһы менән таныша аласаҡ», — тип һөйләне проект төҙөүсеһе Радмил Абдрахманов.
Бының өсөн музей һәм уның экспозициялары фотоға төшөрөләсәк, һуңынан махсус программа ярҙамында виртуаль тур эшләнәсәк. Әҙер тур Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы сайтында урынлаштырыласаҡ.
Проектты ойоштороусылар иҫәпләүенсә, ул Милли әҙәбиәт музейы филиалдарына йөрөүселәрҙең артыуына, халыҡтың Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүгә һәм республиканың туристик йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Проект Башҡортостан Башлығының 90 мең һум күләмендәге грантына лайыҡ булды.
Мифтахетдин Аҡмулла музейы 1981 йылда башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе, башҡорт шиғриәте классигының тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан уның тыуған төйәгендә асылған. Музей фондтарында 400-ҙән ашыу экспонат һаҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика