10:14 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең ил буйлап гастролдәре башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Рәсәй буйлап гастролдәре башланды. Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһы гастроль турының тәүге пункты булды. Программаға ансамблдең алтын фондындағы иң яҡшы номерҙар, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре ингән.
«Зал тамашасы менән шығырым тулы ине. Һәр сығыштан һуң артистарҙы көслө алҡыштарға күмделәр, бик оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәнеләр. Быйылғы миҙгелдә «Бөркөткә һунар» бейеү-уйыны йәнә программаға индерелгән һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай», — тип һөйләне ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Бөгөн гастролдәр Ҡазан филармонияһында дауам итә. 16 февралдә Мәскәүҙә, Чайковский исемендәге концерт залында ҙур концерт уҙа.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика