04:48 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Башҡорт драма театры сәхнәһенә «Нәркәс» спектакле кире ҡайта

автор
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт драма театры сәхнәһенә легендар «Нәркәс» спектакле кире ҡайта. Яңыртылған ҡуйылыштың премьераһы 17 һәм 18 февралдә үтә. Мәскәүҙән режиссер-ҡуйыусы, сығышы менән Өфөнән Илдар Ғиләжев килгән. Спектакль рәссам Таң Еникеевтың элекке эскиздары буйынса яңыртылған декорациялар һәм костюмдар, Урал Иҙелбаевтың музыкаһы менән тергеҙелә. Төп роль өҫтөндә йәш актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева эшләй, Тимерхандың ролен Артур Кәбиров менән Руслан Хайсаров әҙерләй.
«Был пьеса башҡорт классикаһына әүерелгән, — тип билдәләне Илдар Ғиләжев. — Милли театрҙарға хас мөхәббәт тарихы, драматургияла булған һәм беҙ тапҡан буяуҙар – улар ваҡыт уҙыуҙан төҫөн дә, актуаллеген дә юғалтмаған. Тирәсе – иҫке, ә гәүһәре – яңы».
Бөтә йәш актерҙар ҙа бер фекерҙә: «Нәркәс» спектаклендә уйнау ҙур оҫталыҡты талап итә. Һәммәһе премьера алдынан ныҡ тулҡынлана, сөнки актерҙарға драма ролен башҡарырға ғына түгел, йырларға ла кәрәк буласаҡ.
«Нәркәс» спектакленән йырҙарҙы уҡыған саҡта йырлай торғайныҡ, — тип иҫенә төшөрҙө Гөлнара Ҡаҙакбаева. — Йомағоловтың теле иҫ китмәле бай, уның һәр һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. «Башҡорт Джульеттаһы» образын уйнау — ҙур яуаплылыҡ».
Драматургтың ҡыҙы Айһылыу Йомағолова алдағы ҡуйылышта Нәркәс ролен башҡарған, хәҙер Зөмрәт роле өҫтөндә эшләй. Был ролде ул яҙмыш бүләге кеүек ҡабул итә. «Зөмрәт бик күп көс, фекер тәрәнлеген талап итә. Хәҙер миңә 36 йәш инде, ошо ролде сифатлы итеп эшләргә тырышам», — тине актриса.
«Был гениаль әҫәр. Ғинуарҙа Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулды, премьераны аҡһаҡалыбыҙҙың юбилейына арнайбыҙ», — тип һөйләне актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшев.
Илшат Йомағоловтың трагедияһы буйынса спектакль мәңгелек һәм үҙгәрмәҫ темаға – мөхәббәткә, донъя ҡиммәттәренә, юғары кешелек хистәренә арналған. Ул башҡорт театрҙары сәхнәләрендә күп тапҡыр ҡуйылды, Башҡорт драма театрында ғына өс тапҡыр. 1967, 1979 йылдарҙа – режиссер Лев Вәлиев, 2001 йылда Илдар Ғиләжев сәхнәгә ҡуйҙы. Элекке ҡуйылыштарҙа ролдәрҙе билдәле актерҙар Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова, Фидан Ғафаров, Азат Йыһаншин, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Айһылыу Йомағолова, Фирүзә Париж (Аллаярова) башҡарҙы.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика