07:52 (UTC+5), 13 Февраля 2017

Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы интерактив күргәҙмә булдырыуға Башҡортостан Башлығы грантын алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы этнографик интерактив күргәҙмә булдырыу өсөн республика Башлығы грантын алды. Гранттың күләме 270 мең һум тәшкил итә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы күренекле башҡорт композиторының тыуған ауылында — Көйөргәҙе районының Мораптал ауылында урынлашҡан.
Музейҙа дөйөм майҙаны 109 квадрат метрлыҡ өс зал бар. Экспозицияның беренсе бүлеге – Ғәзиз Әлмөхәмәтов залы, икенсеһе – Хәрби һәм Хеҙмәт Даны залы, өсөнсөһө – этнография залы. Музей директоры Әлфирә Ниғмәтуллина хәбәр итеүенсә, этнография залына тирмә һатып алынасаҡ. Уның эсе боронғоса биҙәләсәк. Ғәзиз Әлмөхәмәтов залы өсөн проектор, экран һәм ултырғыстар һатып алыу ҡаралған. Был музейға килеүселәргә композитор тураһында фильмдар күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Проект менән таныштырыу сараһы көҙгә билдәләнгән.
Мораптал ауылындағы музей тәүҙә Киров исемендәге колхоздың Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейы тип аталған. Ул 1988 йылда дарыухананың иҫке бинаһында асылған. Мораптал ауыл советының башҡарма комитеты рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Разик Әбделмәнов музейҙың беренсе директоры була. Уның тырышлығы менән байтаҡ тарихи материалдар һәм экспонаттар тупланған. Киров исемендәге колхоз һәм колхоз рәйесе Р.Ф. Абдуллин ҙур өлөш индерә, халыҡтан экспонаттар йыйыла. Тарихи белешмәләр алыу өсөн Өфө һәм Ырымбур дәүләт архивтарына мөрәжәғәт иткәндәр. 1995 йылдың 27 октябрендә йырсы, композитор, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы музей уның исемен йөрөтә башлай.
Әлеге көндә музейҙа төп фондтың – 1160-тан ашыу һәм фәнни-ярҙамсы фондтың 670 берәмек экспонаты иҫәпләнә. Йыл һайын бында Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән 1500-ҙән ашыу кеше килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика