06:24 (UTC+5), 13 Февраля 2017

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамында уны тасуири һөйләп күрһәттеләр. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ойошторҙо. Бынан алдараҡ ошондай байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл райондарында үткәрелгәйне. Йыл һайын туған телдәр көнө уңайынан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары, республиканың йәш сәсәндәре ҡатнашлығында шундай сара уҙғарыла.
Экология йылында изге йоланы «Башҡортостан» милли паркы дауам итте. Был юлы «Урал батыр» эпосы байрамы Мәләүез районының Нөгөш ауылында үтте. Байрам программаһында йыр-моң һәм «Урал батыр» эпосынан театрлаштырылған өҙөктәр, башҡорт батырҙары һәм Урал батыр хөрмәтенә йола хикәйәттәре ҡаралғайны. Ҡарҙа милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, халыҡ уйындары, аш менән һыйлау ойошторолдо.
Байрамдың төп өлөшөндә — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүҙә төрлө йәштәге 35-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, шағирҙар, пенсионерҙар, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Вячеслав Аброщенко, Руфина Шаһапова, «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты директоры Василий Мартыненко, телевидение алып барыусыһы Булат Кәримов, билдәле шағирә Мәрйәм Күсмәева бар ине. «Башҡортостан» милли паркы директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, байрамды ойоштороусы һәм алып барыусы Лилиә Солтангәрәева, йола буйынса, эпостан өҙөк һөйләгән һәр кемгә «ҡот яулығы» таратты. Танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның Аҡбуҙатты данлаған сығышы иҫтә ҡалырлыҡ сағыу булды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика