04:14 (UTC+5), 13 Февраля 2017

Башҡортостанда Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советын йәнә Рафаэль Шафиҡов етәкләне

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советын йәнә Рафаэль Шафиҡов етәкләне. Тейешле ҡарар Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
Рафаэль Шафиҡов – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың элекке мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары. 2013 йылдан Йәмәғәт советы рәйесе.
Даими рәйес урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова. Совет составында – билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, яҙыусылар Михаил Чванов һәм Камил Йыһаншин, композиторҙар Ләйлә Исмәғилева һәм Нур Дауытов, рәссам Әмин Мәзитов, Башҡортостанда В.Спиваков фонды директоры Артур Нәзиуллин, продюсер Радмир Усаев һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре.
Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советының төп бурыстары – Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәте менән ҡаралған Мәҙәниәт министрлығы эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә граждандарҙы, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү; мәҙәниәт, сәнғәт, кинематография, китапхана һәм музей эше, художество һәм музыкаль белем биреү өлкәләрендә республиканың дәүләт сәйәсәтен эшләү һәм ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә ведомствоға булышлыҡ итеү; эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса концепциялар, программалар, граждандарҙың, йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмаларҙың башланғыстарын әҙерләүҙә һәм тикшереүҙә ҡатнашыу; министрлыҡтың норматив хоҡуҡи акттары проекттарының йәмәғәт экспертизаларын уҙғарыу.
Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ярты йылға бер тапҡыр ултырыш уҙғара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика