02:29 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Өфөлә ХIХ быуат урыҫ тикшеренеүсеһе Руф Игнатьевтың очеркы буйынса башҡорт думбыраһы тергеҙелде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә биш ҡыллы башҡорт думбыраһы тергеҙелде. Музыка ҡоралы ХIХ быуат урыҫ археологы, этнографы һәм крайҙы өйрәнеүсе Руф Игнатьевтың очеркы нигеҙендә яңынан эшләнде. Башҡорттарҙың төйәген өйрәнеүсе ғалим үҙенең «Салауат Юлаев — Пугачев бригадиры, йырсы һәм импровизатор» хеҙмәтендә башҡорттарҙа булған «биш ҡыллы бандура» хаҡында телгә ала.
Оҫта, халыҡ сәсәне Илһам Байбулдин яңы музыка ҡоралын Башҡортостанда киң танылған «Ятаған» этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакировтың заказы буйынса эшләй. Әлегә тиклем республиканың бөтә музыканттары ла өс ҡыллы ҡоралдарҙа уйнай. Думбыраның был төрөн артист «бишҡыл» тип йөрөтә.
«Шуныһы мөһим: был музыка ҡоралы этномузыканы төркөмдә башҡарыу өсөн бөтә яҡтан да килешә, тембры бик матур, — тип һөйләй Илдар Шакиров. — Илһам Байбулдин идеяны тормошҡа ашырырға ҡурҡып ҡалманы, ул – ысын оҫта, ҡоралды үҙе көйләп тә бирҙе. Был думбыра ысынлап етмәй ине, хәҙер бас менән бергә ҡушылып уйнау, күп ҡырлы аккорд позицияларын башҡарыу мөмкинлеге тыуҙы».
Яңы биш ҡыллы думбыра менән 10 февралдә киске сәғәт 9-ҙа «MaturLounge» сәйханаһында этно-музыка кисәһендә таныштырыу уҙа. «Ятаған» этно-төркөмө башҡорт халыҡ йырҙарынан һәм музыка ҡоралдары композицияларынан торған яңы программаны башҡарасаҡ. Илмир Ҡоҙабаев яңғыҙы ҡурайҙа уйнап, йырлап һәм өзләп күрһәтәсәк.
Этно-коллективтың киләһе сығышы 22 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күҙаллана. Унда музыканттар «Оркестр менән ҡурай» концертында Башҡортостан Милли симфоник оркестры оҙатыуында уйнаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика