03:48 (UTC+5), 10 Февраля 2017

2017 йылда республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади коллективтар аласаҡ

Андрей Старостин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика Башлығы гранттарын иң сағыу ижади проекттар аласаҡ. Төбәк Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көндәрҙә бойороҡҡа ҡул ҡуйылған.
270-шәр мең һумлыҡ гранттар биш ижади проектҡа бирергә ҡарар ителгән. Милли музей Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуға аҡса аласаҡ. Милли йәштәр театры Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитап сығарасаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ йырҙары йыйынтығын баҫтырасаҡ. Көйөргәҙе районында Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы үҙенең этнография интерактив күргәҙмәһен ойошторасаҡ. Республика уҡытыу-методика үҙәге йәш таланттар – республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм студенттарының концертын уҙғара аласаҡ.
90-шар мең һумлыҡ гранттар 25 ижади проектҡа ҡаралған. Дәүләт ярҙамы менән республикала Ҡумыҙ музейы – боронғо милли музыка мәҙәниәте йолаларын тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм киң танытыу үҙәге асыласаҡ; традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» республика фестивале ойоштороласаҡ; «Башҡортостан Республикаһының китап ҡомартҡылары» электрон порталы һәм «Кем беҙ? Сығышыбыҙ менән ҡайҙан?» Белорет районы ауылдарының тарихы буйынса интерактив карта барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй Федерацияһының Япония Илселегендә Башҡорт дәүләт филармонияһы «Орлан» этно-джаз ансамбленең «Башҡортостан илселәре» концерт программаһы видеопрезентацияһы күҙалланған. «Ниндәй йыр ти, баянһыҙ!» республика ҡушылып уйнаусылар сәнғәте фестивале уҙасаҡ.
Бойороҡтоң тулы тексы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика