Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.9
-0.27
91.5
+0.08
69.67
+1.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Февраль 2017, 11:00

Өфөлә «Ватандаш» журналына баш мөхәррир тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Ватандаш» республика журналына баш мөхәррир тәғәйенләнде. Редакцияны Рәшиҙә Мәһәҙиева етәкләне.
Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы – журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Журналистар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек менән мөдирлек итә. 1990 йылдан – «Йәшлек» гәзитендә бүлек мөдире, 1991 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары була. 2001 йылдан – «Аҙна» гәзите мөхәррире, 2006 йылдан – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы баш мөхәррире. Республикала йәштәр матбуғаты тарихы хаҡында фәнни-популяр мәҡәләләр, балалар өсөн әкиәт китаптары авторы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. «Башҡорт теле буйынса төбәк диктанты» проекты етәксеһе. Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторын етәкләне. 2016 йылдан – Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире.
«Ватандаш» – ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журнал 1996 йылда сыға башлай. Мәҡәләләр башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫыла.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: