Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2017, 09:21

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған саралар комплексы әҙерләнә

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 85 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. Иҫтәлекле сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә 10 февралдә үтә. Уны Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы һәм Яҙыусылар союзы ойоштора. Билдәле башҡорт шағирҙары, яҙыусылар, эстрада башҡарыусылары – МС Баш, Артур Кәбиров һәм «Дан» төркөмөнөң (етәксеһе Тимур Йосопов) ҡатнашыуы күҙаллана. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, шулай уҡ махсус тематик күргәҙмәләр әҙерләнә. Китаптар күргәҙмәһендә Рәми Ғариповтың китаптары, шул иҫәптән шағирҙың 1954 йылда донъя күргән тәүге «Йөрүҙән» йыйынтығы күрһәтелә. Был китапты шағир М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡығанда сығара. Ҡунаҡтар шағирҙың 1958 йылда сыҡҡан «Таш сәскә» лирик йыйынтығы һәм көндәлектәре менән таныша ала. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға Рәми Ғариповтың ижад һәм тормош юлына арналған китаптар һәм монографиялар, шағир тураһында матбуғатта төрлө йылдарҙа сыҡҡан хәтирәләр, яҙмалар һәм башҡа материалдар тәҡдим ителә.
Шағирҙың юбилейына «Заман ярып үтте йөрәкте» күсмә күргәҙмәһе республиканың Милли әҙәбиәт музейында ойошторола. Унда шағирҙың фотолары, яҙма китаптары, хаттары, уның ҡултамғаһы менән китаптар, Рәми Ғариповтың портреты күрһәтелә.
12 февралдә Яҙыусылар союзы «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» әҙәби акцияһын ойоштора.
14 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Февраль. Буран…» (Зөһрә Бураҡаева, режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев) спектакле ҡуйыла. «Шағир донъяһына сәйәхәт» жанрында сәхнә ҡуйылышы Рәми Ғариповтың 80 йыллығына әҙерләнгән.
28 февралдә «Барыһы ла йөрәгемә һыя…» музыкаль-шиғри кисә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Филармония проектында Рәми Ғарипов шиғырҙарына романстар, йырҙар һәм хор әҫәрҙәре, яңы музыкаль әҫәрҙәр Башҡортостандың халыҡ артистары Вәхит Хызыров, Римма Амангилдина, республиканың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова, Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында яңғырай. Һөйләү жанры оҫталары – республиканың халыҡ артисы Александр Донгузов, Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басиров, Олеся Исламова уның шиғырҙарын уҡып ишеттерә. Фортепианола Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Индира Әсәҙуллина уйнай, сценарий авторы һәм алып барыусы – Сәйҙә Ильясова.
Интернетта халыҡ шағирының шиғырҙарын тасуири уҡыусыларҙың Асыҡ республика видеоконкурсы бара. Бәйгелә ҡатнашыусылар Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан уҡып, видеояҙмаларҙы «Бәйләнештә» селтәрендә конкурстың сәхифәһендә урынлаштыра.
Шағирҙың тыуыуына 85 йыл тулыуға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй викторинаһы ойошторолған.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: