06:48 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Баш ҡалала «Урал батыр» эпосы мотивы буйынса «Саошиант хаҡында легенда» проектының премьераһы булды

Рөстәм Ғайсин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «MusicHall27» клубында «Урал батыр» эпосы мотивы буйынса ижад ителгән «Саошиант хаҡында легенда» проектының өс бүлеге күрһәтелде. Өсөнсө өлөшө «МеЖдуТанцем» оҫтаханаһы башҡарыуында тәүге тапҡыр тамашасыларға тәҡдим ителде.
Проектта заманса хореография (contemporary dance), пост-авангард музыка, һынлы сәнғәт һәм видеоарт берләштерелгән. Композиторы, сюжет авторы — Азамат Хәсәншин, ҡуйыусы хореографы, режиссеры — Ольга Даукаева, видео-арт — Александр Соболевтың Вәсил Ханнанов картиналары мотивы буйынса башҡарылған визуаль композицияһы. Солистар — Адэлина Алсынова, Оксана Ғәбсәләмова, Алина Мостаева, Рөстәм Имамов, Тимур Шәрипов. Музыка дирижер Рөстәм Сөләймәнов етәкселегендәге Милли симфоник оркестр менән яҙҙырылған.
Премьеранан һуң спектакль авторҙары проект хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты, фекер алышыуҙа тамашасылар ҙа ҡатнашты.
«Шуныһы ҡыуаныслы: проектҡа ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. Был ижади төркөмдөң Урал батыр тураһындағы боронғо мифтың мөһим мәлдәренә ҡағылыуы хаҡында һөйләй. Серле хикәйәт заманға бирешмәй, ул мәңгелек һәм киләсәккә йүнәлеш алған. Ошо мифтағы мәңгелек ҡиммәттәр даими уйланыу, медитация талап итә. Эпос үҙе төрлө художество акттары өсөн сюжет була ала», — тип билдәләне композитор Азамат Хәсәншин.
Проект тәүге тапҡыр 2016 йылдың июлендә Ҡырымда үткән «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында тәҡдим ителде. Ул федераль форумдың проектты (сәхнә ҡуйылышын) тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Уҙған йылдың декабрендә «Саошиант хаҡында легенда» Санкт-Петербургта XXIII «Раштыуа парады» халыҡ-ара дәүләткә ҡарамаған театрҙар һәм театр проекттары фестивале барышында күрһәтелде.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика