08:47 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Төбәктә инглиз драматургы Рэй Куниҙың пьесаһы буйынса «13-сө» комедияһы ҡуйыла

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда инглиз драматургы Рэй Куниҙың пьесаһы буйынса «13-сө» комедияһы ҡуйыла. Ролдәр бүленгән, репетициялар икенсе аҙна бара. Салауат башҡорт драма театрында спектакль премьераһы 10 мартҡа билдәләнгән.
Рус теленә – Михаил Мишин, башҡорт теленә Гөлнара Хәлфетдинова тәржемә иткән. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Эдуард Шахов, ул элек театрҙың баш режиссеры булды. «Эдуард Зөфәр улының ошо әҫәр өҫтөндә күптән эшләгеһе килә ине. Ул театрға бер нисә пьеса тәҡдим итте, художество советы ошоноһон һайланы», — тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәширова.
Спектаклдә театрҙың төп артистары: Фәтих Ҡолһарин, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Наҙгөл Иҫәнбаева, Рәмзиә Мәҡсүтова-Ғәйнуллина уйнай. Рәссам-биҙәүсе – Нурия Ғабдуллина, хореограф — Алина Мостаева.
Инглиз драматургы Рэй Куниҙың «13-сө» пьесаһы (ысын атамаһы «Out of Order») 1991 йылда яҙылған. Бөйөк Британия тәнҡитселәре тарафынан һоҡланып ҡаршы алына һәм 1999 йылда абруйлы Лоуренс Оливье премияһына лайыҡ була, ә 2000 йылда Европала иң яҡшы комедия тип таныла. 2001 йылда Владимир Машков А.П. Чехов исемендәге Мәскәү художество академия театрында «13-сө» пьесаны сәхнәгә ҡуя.
Режиссер Эдуард Шахов Салауат театрында Жан-Батист Мольерҙың «Һаран» комедияһын, Айҙар Хөсәйеновтың «Кешеләр һәм бал ҡорттары хаҡында» комедияһын, Светлана Алексиевичтың «Һуғыш йөҙө ҡатын-ҡыҙмы?» драмаһын, Людмила Разумовскаяның «Ҡәҙерле Елена Сергеевна» йәштәр драмаһын, шулай уҡ Милн Аландың «Винни-Пух һәм уның дуҫтары», Лион Измайловтың «Юл сатындағы детектив», Вильгельм Гауфтың «Бәләкәй Мук» балалар спектаклдәрен сәхнәләштерә. Уның Степан Лобозеровтың «Кавардак Forever» пьесаһы буйынса спектакле ҙур уңыш менән уйнала һәм 2006 йылда Мәскәүҙә VI Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә диплом менән бүләкләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика